Найти тему
Башҡортостан гәзите

Эшҡыуарҙар өсөн яңы ярҙам төрө

Был былтырғыға ҡарағанда 43,6 процентҡа күберәк. Комплекслы хеҙмәтте Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Агентлығының Кесе һәм урта предприятиеларҙы үҫтереү буйынса төбәк инженер үҙәге (РЦИ) күрһәтә. "Сертификация — инновацион продукцияның потенциаль клиенттары менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөгәндә кәрәкле эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең айырылғыһыҙ элементы. Әлеге ваҡытта Башҡортостандың бәләкәй һәм урта предприятиелары дәүләт хеҙмәттәрен дә, инженер хеҙмәттәре өлкәһендә юғары квалификациялы эксперттар консультацияһын да алыу мөмкинлегенә эйә", — тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Әйтәйек, 2023 йылда был өлкәлә 25 эшҡыуар дәүләт ярҙамы менән файҙаланған, 2021-2023 йылдар осоронда бөтәһе 80-дән ашыу продукцияны аттестациялау, декларациялау, сертификациялау буйынса хеҙмәттәр күрһәтелгән. Әлеге ваҡытта аттестацияға, декларациялауға, продукцияны раҫлауға, башҡа хеҙмәттәргә, шул иҫәптән кесе һәм урта предприятиеларҙың продукцияһын тикшереүгә, һынауға һәм тап килеүҙе баһалауға ғаризалар ҡабул ителә. Дәүләт ярҙамы сараһы сертификацияланған белгестәр һәм ойошмалар тарафынан башҡарыла. Сервис РЦИ тарафынан хеҙмәттәргә киткән сығымдарҙың 90 процентҡа тиклемен берлектә финанслау сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Ғариза биреү өсөн түбәндәге форманы тултырырға кәрәк: https://docs.google.com/forms/d/e/1FAIpQLSfiW5dCwIwpxxg_LaULrJ4RAx7oN78ZTuQQSei5qaANqQI7ug/viewform Тулыраҡ мәғлүмәтте "Минең бизнес-үҙәгем" сайтында йәки "ҡыҙыу линия"ға шылтыратып алырға мөмкин: +7 (347) 224-99-99 (өҫтәмә һандар 551).