Магнитогорск ҡалаһынан килгән саңғысы Белорет ҡалаһындағы стадиондан ары урманды видеояҙмаға төшөрөп барған саҡта ата һуйырҙы осратҡан. Һуйыр үҙенә яҡын килгән кешенән бер ҙә ҡурҡмай, ә бына саңғысы йығылып китә. Ә теге ҡошҡай уға яҡын килеп, хатта “хәлен һорашҡан” – камераға терәлеп ҡарап киткән. Вәт, һуйыр! Баҡтиһәң, февралдә һуйыр Рәсәйҙең урта һыҙатында һаңғырау ай аҙағында уйнау урындарына, райондарына, табан хәрәкәт итә башлай һәм ҡарығыу осороноң тәүге билдәләрен күрһәтә – ергә төшә һәм ҡанаттары төшөрөлгән килеш йөрөй, ҡарҙа ҡанат ҡауырһындарынан һыҙаттар ҡалдыра (һүрәт төшөрә), ҡыҫҡа өҙөклө тауыш сығара. Белешмә: Атаһын ҡара һуйыр, инәһен буҙлаҡ тип тә исемләйҙәр. Ҙурлығы ҡаҙҙай. Ата ҡоштоң башы, муйыны, ҡойроҡ төбө һоро; һырты көрәне ҡанаттары, ҡойроғо аҡ таптар менән сыбарланған ҡара-көрән; түше йәшкелт ялтырауыҡлы ҡара; ҡабырғалары ҡара таплы аҡ. Күҙҙәре өҫтөндә ҡыҙыл ҡашы бар. Инә ҡош ерәнһыу буҙ, ҡара һәм аҡ таптар менән сыбарланған. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел. Фото: скриншот. Видеояҙма: ватсаптан - "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" төркөмөнән алынды.