Лиана менән Динар Биктимеровтарҙың ғаилә бизнесы – Башҡортостандың Тәтешле районында уңышлыларҙың береһе. Үҙҙәренең эшен улар 17 йыл элек, тыуған ауылында көндәлек кәрәк-яраҡтар һатылған ҙур булмаған магазин эшләй башлағас асҡан. Бөгөн эшҡыуарҙар балыҡ үрсетеү, умартасылыҡ, транспорт хеҙмәттәре күрһәтеү, ағас эшкәртеү менән шөғөлләнә, туризм өлкәһендә бизнестарын үҫтерә. 2023 йылда "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" милли проекты буйынса уларға дәүләт ярҙамы күрһәтелде, туризм өлкәһендә грантҡа лайыҡ булғандар. Алынған аҡсаға өс модулле кемпинг төҙөп бөткәндәр. “Косая степь” ял базаһында һәр саҡ йәнле. Йәй көнө бында балыҡ тоторға, урман буйлап йөрөргә, саф һауанан ләззәт алырға, бәшмәк йыйырға, дарыу үләндәре йыйырға мөмкин. Эшҡыуарҙар шулай уҡ ҡышҡы әүҙем ял хаҡында ла хәстәрлек күргән. Саңғы спортын үҙ итеүселәр өсөн прокат базаһы, яҡтыртылған трасса ойошторолған, күтәргес эшләй. “Әлеге ваҡытта пляжды төҙөкләндереп быуала ял итеү зонаһын булдырыу проекты һәм әүҙем ял өсөн кәрәкле