Найти в Дзене

Сибайҙар булдыра!

Өфө тамашасыһы Сибай артистарының ҡунаҡҡа килгәнен гел көтөп ала. Был юлы ла шулай булды. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залы ул көндә “ысын” тауышҡа һыуһаған йыр-моң һөйөүселәр менән тулы ине. Кисәнең төп “геройы” –Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғаяз Ғәйетбаев. “Йөрәк тулы йыр булғас” (“Ғаяздың мажаралары”) тамашаһы бик ҡыҙыҡлы сценарийға ҡоролғайны. Авторы – яҙыусы, шағирә Миләүшә Ҡаһарманова. Йөрәгендә моң йөрөткән әҙәм балаһы үҙ моңонан, күкрәк тултырып йыр һуҙырға көҫәгән күңеленән ҡаса аламы? Тырышып ҡарай, әлбиттә. Тик Моң уны ҡайҙа ла – сәхрәлә көтөү көткәндә лә, трактор йөрөткәндә лә эҙләп таба. Хатта шахтаға ла төшөп ҡарай геройыбыҙ, әммә йыр өсөн сиктәр юҡ, ул ер аҫтында ла урғылыр әмәлен таба!.. Сценарий авторы еңел юмор аша Ғаяз Ғәйетбаевтың сәхнәгә илткән юлын күрһәтә, тамашасы йыр тыңлап, талантлы Сибай бейеүселәренең сығыштарын ҡарап ҡына ҡалмай, тотош бер тамаша ҡыла. Шуғалыр ҙа концерт бер тында үтеп китте, тамашасылар хатта арып та өлгөрм

Өфө тамашасыһы Сибай артистарының ҡунаҡҡа килгәнен гел көтөп ала. Был юлы ла шулай булды. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залы ул көндә “ысын” тауышҡа һыуһаған йыр-моң һөйөүселәр менән тулы ине. Кисәнең төп “геройы” –Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғаяз Ғәйетбаев. “Йөрәк тулы йыр булғас” (“Ғаяздың мажаралары”) тамашаһы бик ҡыҙыҡлы сценарийға ҡоролғайны. Авторы – яҙыусы, шағирә Миләүшә Ҡаһарманова. Йөрәгендә моң йөрөткән әҙәм балаһы үҙ моңонан, күкрәк тултырып йыр һуҙырға көҫәгән күңеленән ҡаса аламы? Тырышып ҡарай, әлбиттә. Тик Моң уны ҡайҙа ла – сәхрәлә көтөү көткәндә лә, трактор йөрөткәндә лә эҙләп таба. Хатта шахтаға ла төшөп ҡарай геройыбыҙ, әммә йыр өсөн сиктәр юҡ, ул ер аҫтында ла урғылыр әмәлен таба!.. Сценарий авторы еңел юмор аша Ғаяз Ғәйетбаевтың сәхнәгә илткән юлын күрһәтә, тамашасы йыр тыңлап, талантлы Сибай бейеүселәренең сығыштарын ҡарап ҡына ҡалмай, тотош бер тамаша ҡыла. Шуғалыр ҙа концерт бер тында үтеп китте, тамашасылар хатта арып та өлгөрмәне. Йәнле тауыш менән, бар күкрәк көсөн биреп башҡарылған йырҙар, ялҡынлы бейеүҙәр өсөн рәхмәтен тамашасы устары янғансы алҡышлап белдерҙе. Һәр ваҡыттағыса, “Сибайҙар гөрләтте, сибайҙар булдыра!” тигәндән башҡа ни әйтәһең? Афарин, Сибай филармонияһы артистары! Һис арымай, күңеленән бер-бер артлы урғылып сыҡҡан моңон тамашасыға таратҡан Ғаяз Ғәйетбаевҡа икеләтә афарин! Өфөләр ҙә, республиканың башҡа тарафтары ла һеҙҙең үҙенсәлекле, халыҡсан сығыштарығыҙҙы көтөп ҡала. Ғаяз ҒӘЙЕТБАЕВ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы: – Программа 2021 йылда әҙерләнде. Уны ауыл тормошона, күбебеҙ өсөн яҡын булған төшөнсәләргә бәйләп яҙылған сценарий буйынса ҡуйырға, тигән теләк баштан уҡ бар ине, Миләүшә Ҡаһарманова ошоно тормошҡа ашырырға булышлыҡ итте. Тамашаны Сибайҙа, Баймаҡ, Әбйәлил, Белорет райондарында ҡарағайнылар инде, унан бер аҙға онотолоп торҙо. Яңыраҡ, Өфөгә килер алдынан, Күгәрсен районы үҙәге Мораҡта, Салауат ҡалаһында ҡуйҙыҡ. Программаны баш ҡалабыҙға алып килеү күптәнге хыялым, маҡсатым ине. Өфө тамашасыһы алдында сығыш яһар алдынан тулҡынландыҡ, шулай ҙа бурысты атҡарып сыҡтыҡ. Бының өсөн ижадташ, сәхнәләш дуҫтарыма ла рәхмәт әйткем килә. Дәррәү алҡыштары менән беҙгә дәрт өҫтәп торған тамашасыларға айырыуса рәхмәт! Залдан ағылған көслө ихласлыҡ тулҡыны күңелгә ҡеүәт өҫтәне, иңдәргә ҡанат ҡуйҙы. Программаның дауамын эшләргә лә уй бар. Өфөлә алған тәьҫораттар артабан ижад итергә дәрт өҫтәне. Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА. Фәнис Хәкимов фотолары.