Ҡалтасы ауылында быуа эргәһендәге ял урыны яңы төҫ алды. Был саралар “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда” ) “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль проектына ярашлы башҡарылды. Был турала респубиканың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы хәбәр итә. 2021 йылда ял урынын төҙөкләндереүгә йәмәғәт биләмәләрен һайлау буйынса рейтинг тауыш биреүе ваҡытында халыҡ та ошо ниәтте хупланы. 2022 йылда ауыл быуаһы эргәһендә йәйәүлеләр юлы эшләнде, яҡтыртыу саралары көйләнде, шишмә тергеҙелде. Былтыр иһә “Шишмәләр” тип исемләнгән был паркта балалар майҙансығы , спорт комплексы барлыҡҡа килде. Заманса йәмәғәт киңлеген булдырыу ауылда йәшәү сифатын күтәрергә, халыҡтың яратҡан ял урынын барлыҡҡа килтереүгә булышлыҡ итте. Был саралар Рәсәй Президентының май указдарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Фото: “Республика Башкортостан” гәзите сайтынан.