"Ике туған апайым яман шештән үлеп ҡалды. Йәш ине әле ул, 40-ты саҡ үткәйне. Еҙнәй эй ныҡ ҡайғыра... Шул тиклем татыу йәшәне улар, ике ҡыҙҙары бар. Өлкәне кейәүгә сыҡты былтыр, үҙенең ике йәшлек ҡыҙы бар хәҙер. Ярай, исмаһам, яратҡан кешеһе менән ҡыҫҡа булһа ла, сағыу матур ғүмер кисерҙеләр, ейәнсәрен күреп өлгөрҙө. Туғыҙ йыл шул сирҙән яфаланды бит апайым, ниндәй генә дауа алып ҡарамағандыр ҙа, ҡайһы ғына табипҡа мөрәжәғәт итмәгәндер. ...Улар ғаиләлә өс ҡыҙ үҫте. Береһенән-береһе һылыуыраҡ инеләр, әммә бәхеттәре генә булманы бахырҡайҙарҙың... Әсәйҙәре, беҙгә еңгәй тейешле ҡатын, сағыу тауышлы, зәһәр телле, уҫал заттарҙан ине. Ҡыҙҙары - Сания, Йәмилә, Әлиә - аралары 1,5-1,2 йәш кенә булып, бөтәһе бер ыңғай ҙурайған, ҡул араһына ингән ҡыҙҙар, дөрөҫөн әйткәндә, йорт-ҡура эшенән башҡаны белмәне лә шикелле. Мин белә-белгәндән улар тиҫтерҙәре менән урамда уйнаманы, клубҡа кино-концерт ҡарарға йә тансы-фәләнгә йөрөмәне, сөнки әсәйҙәренән бер ваҡытта ла бер нәмәгә лә рөхсәт булманы. Шуғалыр ҡ