15 февралдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында республика Башлығы Радий Хәбиров совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл тулыуға арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. -Хөрмәтле иптәштәр! Хөрмәтле ветерандар, яугир-интернационалистар! Беҙ был залға мөһим датаны - совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 35 йыллығын билдәләү өсөн йыйылдыҡ. 1989 йылдың 15 февралендә хәрби частарыбыҙҙың һуңғы колонналары, техника Афғанстан еренән сыҡты һәм тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтты. Бөгөн беҙ интернациональ бурысын намыҫ менән үтәгән яугирҙәргә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Афғанстан - илебеҙ тарихында бик ҡатмарлы биттәрҙең береһе. Ул яугирҙәребеҙҙең батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ символы. Ауыр шарттарҙа Ватан мәнфәғәттәрен яҡлап, хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм граждан белгестәре юғары профессионализм, ныҡлыҡ һәм рух көсө күрһәтте, был илдә тыныс тормош булдырырға ярҙам итте. Афғанстан ветерандарына мөрәжәғәт итәм. Һеҙ - Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Тыуған илен һаҡлап ҡалған ҡаһарман ата-бабалар
Радий Хәбиров: "Афғанстан ветерандары Ватан мәнфәғәттәрен яҡлауҙа ныҡлы тора"
15 февраля 202415 фев 2024
2 мин