15 февралдә Өфөнөң “Торатау” конгресс холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй фәндәр академияһының 300 йыллығына арналған тантаналы сараларҙа ҡатнашты. Конгресс-холдың фойеһында төбәк етәксеһе күргәҙмә экспозицияһын ҡараны. Бында Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге составына ингән институттар үҙҙәренең ҡаҙаныштарын күрһәтте. Өфө федераль тикшеренеү үҙәге етәксеһе Василий Мартыненко һәм Үтә һығылмалы металдар проблемаһы институтының ғилми етәксеһе Радик Мөлөков биотехнологиялар, молекуляр диагностика һәм башҡа өлкәләге өҫтөнлөклө фәнни тикшеренеү проекттары тураһында һөйләне. Химия институты ғалимдары антиаритмика тигән медицина препаратын булдырыу өҫтөндә эшләйҙәр. Был уникаль препарат аритмиялы пациенттарҙың ғүмерен ҡотҡарасаҡ. Был тикшеренеүҙе академик Марат Юнысов башҡарған. Раил Кузеев исемендәге этнология тикшеренеүҙәре институты ғалимдары Өфө һәм Шишмә райондарында археологик ҡаҙыуҙар ваҡытында табылған уникаль табыштарҙы күрһәтте. Башҡортостан Башлы