Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Мостай Кәрим пьесаһы буйынса ҡуйылған “Ай тотолған төндә” спектакленең премьераһы үтте. Ул башҡорт әҙәбиәте классигының быйыл көҙҙә билдәләнә торған 105 йыллығына арнала. Мәшһүр әҙиптең үлемһеҙ әҫәре күп драма театрҙарында ҡуйылды, ә бына уның геройҙарын опера аша һынландырыу хәҙер инде үткән быуаттың 90-сы йылдарында, анығыраҡ әйткәндә, 1996 йылда булған. Киләһе йылына ул Мәскәүҙә лә Башҡортостан көндәре саралары ваҡытында күрһәтелә. Һәм бына арҙаҡлы театр ҡайтанан күренекле композиторыбыҙ Салауат Низаметдинов яҙған операға мөрәжәғәт итте. Был, һис шикһеҙ, республикабыҙ рухиәтендә, юғары сәнғәт даирәһендә оло ваҡиға. Әҫәрҙең ҡуйыусы дирижеры – Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы Валерий Платонов, әйткәндәй, беренсе спектаклде ҡуйыуҙа ла ҡатнашҡан. Режиссеры – Ләйсән Сәфәрғолова. Хореографы – Алина Мостаева, рәссамы – Санкт-Петербургтан саҡырылған йәш театр рәссамы Екатерина Малинина. Ул алдына ҡуйылған ижади бурыст