Рәсәй Президенты вазифаһына кандидат Владимир Владимирович Путиндың йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә Башҡортостанда йәшәүселәрҙән һайлау алды программаһына индереү өсөн наказдар һәм тәҡдимдәр килеүен дауам итә. Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә Нуриман районының Красная Горка ауылында йәшәгән Әнисә Ғәти ҡыҙы Мансурова мөрәжәғәт итте. Ул беренсел иммунодефицит (Брутон ауырыуы) диагнозы ҡуйылған ике инвалид-ейәнсәрҙәре мәнфәғәттәрен яҡлай. Был ауырыу генетик һәм ғүмерлек сир булып тора. Рәсәй аллергологтар һәм клиник иммунологтар ассоциацияһы тәҡдиме буйынса, кешенең иммуноглобулинын организмға индереү юлы менән ай һайын алмаштырыусы терапия уҙғарыу төп дауалау булып тора. Иммуноглобулиндар йәшәү өсөн кәрәкле булараҡ льготалы дарыуҙар исемлегенә инә. Медицина күрһәтмәләре буйынса үткәрелгән тикшереүҙәр нигеҙендә табиптар уларға сит илдә етештерелгән иммуноглобулинды ҡулланырға тәҡдим иткән. Үкенескә күрә, Рәсәйҙә был дарыуҙың аналогын етештермәйҙәр. Ошоларҙан сығып, Әнисә Ғәти ҡыҙы Рәсәйҙә төп матдәһе 10 процент һәм унан күберәк булған кеше иммуноглобулинын етештереүҙе ойоштороуҙы наказдар исемлегенә индереүҙе һорай. – Иммуноглобулиндарҙы бер нимә менән дә алмаштырып булмай, ә беренсел иммунодефицит менән сирләүселәр уны ғүмерлеккә алырға тейеш. Илебеҙҙә иммуноглобулин сығарыу йөҙәр мең кешенең – өлкәндәрҙең һәм балаларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыуы мөмкин, – тине Әнисә Мансур ҡыҙы. Бөгөн иммуноглобулин препараттары әүәлгесә медицинала киң ҡулланыла, яңыраҡ уларҙы “БиоГам” препараты тулыландырҙы. Был - илебеҙҙә етештерелгән 10 процентлыҡ иретмә формаһындағы тәүге иммуноглобулин. “БиоГам” иммуноглобулины һуңғы (дүртенсе) быуынға ҡарай. 2023 йылдың июнендә “Микроген” ғилми-етештереү берекмәһе вена эсенә индереү өсөн G класслы үҙ иммуноглоубулинын етештереү технологияһы өсөн Евразия патентын алды. Яңылыҡ баҙарҙа тәҡдим ителгән аналогтарҙы алмаштырырға мөмкинлек бирәсәк. “БиоГам” препаратын етештереү Пермь ҡалаһының етештереү майҙансығында тулы цикл технологияһы буйынса ойоштороласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә Рәсәй Президенты вазифаһына кандидат Владимир Владимирович Путиндың Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе кандидаттың Төбәк һайлау штабы майҙансығында эшләй. Адресы: Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1-се йорт. Граждандар шишәмбенән шәмбегә тиклем көн һайын иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә тиклем шәхсән мөрәжәғәт итә ала. Ял көндәре - йәкшәмбе, дүшәмбе. Шулай уҡ Владимир Путиндың Мәскәүҙәге һайлау штабының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә 8-800-301-21-85 телефоны буйынса колл-үҙәк эшләй. Бынан тыш, кандидатҡа мөрәжәғәтте электрон почтаға vopros@putin2024.ru адресы буйынса ла ебәрергә мөмкин. Фото: Башҡортостандың төбәк һайлау штабы.