Найти тему
Башҡортостан гәзите

Эшҡыуарҙар ерҙе сауҙалашыуһыҙ алыуҙы дауам итәсәк

Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы 2024 йылда импортты алмаштырыу программаһы сиктәрендә эшҡыуарҙарға ер участкалары биреүҙе дауам итәсәк. Был хаҡта Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская хәбәр итте. Башҡортостан Республикаһында, ауыл хужалығының ҡайһы бер төрҙәрен, аҙыҡ-түлек продукттары, туҡыма әйберҙәре етештереүҙе индереп, импортты алмаштырыусы тип танылған тармаҡтар исемлеге төҙөлдө. Был эшҡыуарҙарға ошо тармаҡтарҙа үҙ проекттарын ғәмәлгә ашырырға һәм дәүләт биргән өҫтөнлөктәр һәм льготалар менән файҙаланырға мөмкинлек бирә. Ошо льгота менән файҙаланыусылар һаны бер аҙ артҡан: 2022 йылдағы 15 ер участкаһынан 2023 йылда 351-гә тиклем, ә 2024 йылдың 13 февраленә 46 ер участкаһы бирелгән дә инде. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23039/