Быйыл ҡыштың “мул ҡуллы” булыуы, иләктән иләгән кеүек көнө-төнө ҡар яуҙырыуы ғәжәп булмаһа ла, ауыл кешеләренең ихаталарында ҡар көрәй-көрәй бер ни тиклем арыуы сер түгел. Айырыуса был ҡышҡы һынауҙарҙы бәләкәй ауыл халҡына үтеүе ауыр. Көрт һалған юлдарҙы йәйәү ҙә үтерлек әмәл юҡ. Ә бына Бағазы ауылы халҡы бурандарҙы лә еңел үткәрҙе, сөнки уларҙың юлдарҙы таҙартыусы ярҙамсыһы бар. Иртүк тороп, “тимер атын” егеп алған Данис Хәйерламан улы Зыязетдинов ауылдаштары күренгәнсе ауыл юлдарын таҙартып та ҡуя, тип яҙа “Ҡариҙел” гәзите. “Данис Хәйерламан улы бик яуаплы, егәрле кеше. Ул техникаһын төҙөк тота. Һәр ваҡыт эшен еренә еткереп үтәй, тыныс холоҡло, бер ваҡытта ла илке-һалҡы эшләгәнен күргән юҡ”,– ти ауылдаштары. ”Ярай әле, Данис бар! Юлдарҙы кем таҙартыр ине? Ул эшенә бик яуаплы ҡарай”, – тип өҫтәй икенселәр. Бағазылар уны кеше булараҡ та, уңған тракторсы булараҡ та хөрмәт итә һәм уға һаулыҡ, именлек теләй. “Тимер аты” ғына ватылып ҡуймаһын! Фото: https://karaidel.site/news/obshchestvo/2024-02-03/spasibo-za-dobrosovestnyy-trud-3629169