Сибай һәм Урал аръяғы райондары эшҡыуарҙары власть органдары вәкилдәре менән бизнесҡа дәүләт ярҙамының көнүҙәк сараларын тикшерҙе. Кәңәшмәне Сибай ҡалаһы хакимиәте менән берлектә Урал аръяғын үҫтереү дирекцияһы ойошторҙо. Шулай уҡ спикерҙар булып Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды, «Башҡортостан Республикаһының төбәк лизинг компанияһы» акционерҙар йәмғиәте һәм «Башҡортостан Республикаһының бәләкәй эшҡыуарлыҡтың микрокредит компанияһы» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы вәкилдәре сығыш яһаны, улар үҙ-ара хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөктәре хаҡында һөйләне. - Бындай кәңәшмәләрҙе даими үткәрергә планлаштырабыҙ, сөнки бөгөн Урал аръяғын үҫтереү өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Беҙ бында тағы ла күберәк инвесторҙар йәлеп итергә, шулай уҡ урындағы эшҡыуарҙарҙы төрлө проекттарын тормошҡа ашырыуға дәртләндерергә тырышабыҙ. Тап шуға ла Сибайҙа Урал аръяғын үҫтереү дирекцияһы эшләй, - тине Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов. Сығанаҡ:
Урал аръяғы йүнселдәренә дәүләт ярҙамы хаҡында һөйләнеләр
15 февраля 202415 фев 2024
~1 мин