Исламдың нисә нигеҙе (рүкне) бар? Яуап: Ислам биш нигеҙҙән ҡоролған. 1. Ике шәһәҙәтте шарттары менән үтәү, йәғни Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡлы һис бер зат юҡ тип, һәм Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم Аллаһтың Рәсүл-Илсеһе тип шаһитлыҡ (гуаһлыҡ) килтереү. لا إله إلا الله محمد رسول الله 2. Тәүлегенә биш фарыз намаҙҙы башҡарыу 3. Билдәле синыф кешеләренән сығарыла торған зәкәтте биреү 4. Рамаҙан айында ураҙа тотоу 5. Кемдең хәленән килә Мәккәләге Ҡәғбәгә хадж ҡылыу. Быға дәлил Хәҙис عَنِ ابْنِ عُمَرَ رضي الله عنه قَالَ: قَالَ رَسُولُ اللَّهِ صلى الله عليه وسلم «بُنِيَ الإِسْلَامُ عَلَى خَمْسٍ: شَهَادَةِ أَنْ لَا إِلَهَ إِلَّا اللَّهُ وَأَنَّ مُحَمَّدًا رَسُولُ اللَّهِ، وَإِقَامِ الصَّلَاةِ، وَإِيتَاءِ الزَّكَاةِ، وَالحَجِّ، وَصَوْمِ رَمَضَانَ». صحيح: أخرجه البُخاريُّ في «صحيحه» (8)، ومُسلِمٌ (16) ҒәбдүЛлаһ ибн Ғүмәр әйтте: Мүхәммәд Аллаһ Рәсүле (صلى الله عليه وسلم ) әйтте: "Ислам биш нигеҙҙә ҡоролған: Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡлы һис бер ниндәй зат юҡ тип, һәм Мүхәммәд ﷺ Аллаһтың Рәсүл-
Исламдың нисә нигеҙе (рүкне) бар?
15 февраля 202415 фев 2024
1 мин