Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Мең бәлә менән... бүләк артынан

Силәбе өлкәһендә Ольга Давыденко исемендәге “PREMIA-2023” профессиональ оҫталыҡ конкурсы финалы үтте. Унда PR-белгестәр араһында Көньяҡ Урал һуҡмағын булдырған блогер Рәйес Ғәбитовтың проекты «Йылдың иң яҡшы PR-проекты» исеменә лайыҡ була. Проект Мәскәү, Екатеринбург, Пермь һәм Силәбе белгестәренең эксперт баһаһы ярҙамында 38 ғариза араһында иң күп тауыш йыя. Көньяҡ Урал һуҡмағы — Рәйес Ғәбитов етәкселегендә һәм Силәбе өлкәһе туризмды һәм территорияларҙы үҫтереү үҙәге ярҙамы менән ирекмәндәр билдәләгән милли маршрут. 2023 йылда Рәсәй көнөнә Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе сиктәрендә 500 километрлыҡ һуҡмаҡты билдәләү тамамланды. Сара төбәк һәм федераль киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә киң яҡтыртылды. Миҙгел дауамында Көньяҡ Урал һуҡмағы буйлап тиҫтәләрсә мең турист үтә, бер нисә тау марафоны үткәрелә. Әле һуҡмаҡты тулыһынса үтеү буйынса рекорд ҡуйылды — 10 көн. Бынан алда 2023 йылдың ноябрендә һуҡмаҡ «Йыл маршруттары» Бөтә Рәсәй туристик премияһының «Иң яҡшы турист һуҡмағ

Силәбе өлкәһендә Ольга Давыденко исемендәге “PREMIA-2023” профессиональ оҫталыҡ конкурсы финалы үтте. Унда PR-белгестәр араһында Көньяҡ Урал һуҡмағын булдырған блогер Рәйес Ғәбитовтың проекты «Йылдың иң яҡшы PR-проекты» исеменә лайыҡ була. Проект Мәскәү, Екатеринбург, Пермь һәм Силәбе белгестәренең эксперт баһаһы ярҙамында 38 ғариза араһында иң күп тауыш йыя. Көньяҡ Урал һуҡмағы — Рәйес Ғәбитов етәкселегендә һәм Силәбе өлкәһе туризмды һәм территорияларҙы үҫтереү үҙәге ярҙамы менән ирекмәндәр билдәләгән милли маршрут. 2023 йылда Рәсәй көнөнә Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе сиктәрендә 500 километрлыҡ һуҡмаҡты билдәләү тамамланды. Сара төбәк һәм федераль киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә киң яҡтыртылды. Миҙгел дауамында Көньяҡ Урал һуҡмағы буйлап тиҫтәләрсә мең турист үтә, бер нисә тау марафоны үткәрелә. Әле һуҡмаҡты тулыһынса үтеү буйынса рекорд ҡуйылды — 10 көн. Бынан алда 2023 йылдың ноябрендә һуҡмаҡ «Йыл маршруттары» Бөтә Рәсәй туристик премияһының «Иң яҡшы турист һуҡмағы» номинацияһында Гран-при алды. “PREMIA-2023” еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы 2024 йылдың 22-24 февралендә «Медиагора» төбәк-ара форумы һәм Ольга Давыденко исемендәге Медиа кубогы сиктәрендә «Солнечная Долина» тау саңғыһы курортында үтәсәк. Силәбегә барыр өсөн Рәйес Ғәбитов тәүҙә таныштары араһында юлсы эҙләй, ләкин ул көндө күрше төбәккә барыусы табылмай. Буранлап торғас, юл шарттарын иҫәпкә алып, блогер поезд менән юлланырға була. Тик шул көндө күрше төбәктә поездар һәләкәте арҡаһында бер тәүлектән ашыу поездар туҡтап тора. Рәйес Ғәбитов Берҙәүеш ауылында таксиға ултырып, көс-хәл менән премия тапшырыуға өлгөрә. Фотолар Рәйес Ғәбитовтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.