Бала тәрбиәләгән ата-әсә өсөн эшләп алынған һәр һум, ишкә ҡуш булыр тигәндәй, ҡәҙерле, сөнки ул ғаилә янсығын тулыландыра. Шуға күп кенә әсәйҙәрҙең өс йәшкә тиклем бала ҡарау буйынса ялдан ваҡытынан алда эшкә сығырға тырышыуы аңлашыла ла. Ә бының өсөн түбәндәгеләрҙе атҡарырға кәрәк: эш биреүсегә ғариза яҙығыҙ; тулы булмаған эш көнөнә сығырға мөмкин, әммә хеҙмәт ваҡыты дауамлылығының сабыйҙы тәрбиәләү мөмкинлеген биреүе төп шарт икәнлеген хәтерҙән сығарырға ярамай. Әйткәндәй, баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән ата-әсәләр йәки опекундар ай һайын пособие ала. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар тулы булмаған көнгә эшкә сығыу мөмкинлегенә эйә. Бындай осраҡта иһә баланы ысынында кем ҡарай, пособие шул кешегә түләнә. өс йәшкә тиклемге баланы ҡарау буйынса ял осоронда уҡ киләсәктә эшләү өсөн етәкселек менән алдан смена оҙайлылығы һәм хеҙмәт көндәре һаны тураһында һөйләшеп килешергә кәрәк; йәш әсәләр командировкаларҙан, өҫтәмә һәм төнгө эштәрҙән, шулай уҡ ял һәм байрам көндәрендә эшләүҙән баш тар