Сәнәғәт тармағының иң яҡшы 10 төбәге, шул иҫәптән Башҡортостан, үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. — Төбәктә сәнәғәттең әүҙем үҫешенә, беренсенән, дәүләт ярҙамы булышлыҡ итә. Ил Хөкүмәте һәм Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы сәнәғәт өлкәһенә ярҙам итеү сараларының киң спектрын тәьмин итә. Һуңғы биш йылда Башҡортостан сәнәғәт комплексына дәүләт ярҙамы күләме 12 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте. Әлбиттә, беҙ шулай уҡ республика программаларын әҙерләйбеҙ, сәнәғәтселәребеҙ өсөн үҫеш өсөн оптималь шарттар булдырабыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Башҡортостан сәнәғәте менән таныштырып, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев команда эшенә иғтибарын йүнәлтте. — Һәр йортта сода бар, Мәскәү тирәләй электробустар йөрөй, һәр бишенсе самолетта беҙҙең авиадвигателдәр, һәр бишенсе машинаға башҡорт дизель яғыулығы ҡойола — быларҙың барыһын да Башҡортостанда эшләйҙә