Найти тему
Башҡортостан гәзите

Нисек тыныс йоҡларға?

Дөрөҫ йоҡоноң кеше организмы өсөн тәьҫире, файҙаһы иҫ киткес ҙур. Әммә беҙҙең күптәребеҙ йә үтә оҙаҡ йоҡлай, йә төн уртаһында йоҡларға ята, йә йоҡлап китә алмай ыҙалай, иртәнсәк уятҡан тауышты ишетмәй йәки ауырлыҡ менән тора. Был эҙемтәләрҙең сәбәптәре төрлөсә булыуы ихтимал. Улар – көсөргәнеш, дөрөҫ туҡланмау, шулай уҡ йәш тә үҙен һиҙҙертеүе ихтимал. Йоҡо етмәү хәтерҙең, иғтибарҙың насарайыуына, иммунитеттың түбәнәйеүенә килтерә, шулай уҡ ярһыу, ҡуҙғыу һәм самаһыҙ ашау сәбәбенә әүерелә. Кеше алты сәғәттән әҙерәк йоҡлаған осраҡта организмда гормональ, иммун һәм башҡа үҙгәрештәр башлана һәм улар ҡартайыу процесын ярайһы уҡ тиҙләтә. Нимә эшләргә? Эште тамамлап, йоҡоға тиклем өс-дүрт сәғәт алдан гаджеттарҙы ситкә алып ҡуйырға, бүлмәне елләтергә, душ инергә, китап уҡырға, саф һауала йөрөргә кәрәк. Әүҙем эш көнөнән әкренләп йоҡо торошона инеү бурысы тора. Йоҡлап китеү 10-15 минут дауамында булһа, тәрән йоҡо фазаһы оҙағыраҡҡа һуҙыла, кеше күпкә яҡшыраҡ торошта, көс-дәрт йыйып уяна. Һөҙөмтә лә яҡшыраҡ булыр! Л. Үтәғолова фотоһы.