Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Яуҙаштарын ҡотҡарған

Салауат районының ҡыйыу егете, “Зубник” позывнойлы яугир бер йылдан ашыу инде махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәй. Татар Малаяҙы ауылында йәшәгән яҡташыбыҙҙы 2022 йылдың көҙөндә мобилизацияланылар, тип хәбәр итә “На земле Салавата” гәзите. Өйөндә уның ҡатыны һәм кескәй генә ҡыҙы көтөп ҡала. Икенсе ҡыҙҙары яугир махсус хәрби операция зонаһына киткәндән һуң донъяға килә. “Зубник” ике дәүләт хәрби наградаһына лайыҡ булған. Суворов исемендәге миҙал менән дошман позицияларын штурмлаған ваҡытта ике хәрби иптәшен ҡотҡарған өсөн наградлайҙар. Ул үҙ иңендә яраланған яугирҙәрҙе ут эсенән алып сыға. Быйыл ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанда ауыл клубында яҡташтары менән осрашып, алғы һыҙыҡтағы хәрби хеҙмәте, иптәштәре тураһында һөйләгән. Яугирҙең кәйефе күтәренке, ул еңеүҙең тап беҙҙең армия яғында булыуына тәрән ышана. Батыр яҡташыбыҙға һаулыҡ, именлек теләйбеҙ! Фото: https://vk.com/club175284210