16 февралдә Өфө районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Алексей Беспрозванных “Россильбер” компанияһының буяуҙар һәм майлау материалдары етештереү буйынса ике линияны эшләтеп ебәреүҙә ҡатнашты. Улар “Өфө” индустриаль паркы майҙанындағы яңы заводтың бер өлөшө буласаҡ. “Россильбер” компанияһы ике инвестпроектты тормошҡа ашыра. Һүҙ нефть-газ тармағында ҡулланылған торбалар өсөн буяуҙар, шулай уҡ металлургия сәнәғәте өсөн майлау шыйыҡсалары әҙерләү тураһында бара. “Россильбер” компанияһының директоры Илшат Хафизов әйтеүенсә, төп майҙансыҡ Белоретта урынлашҡан. Ундағы базала инновация продукттарын әҙерәү көйләнгән. Һаҡлай торған буяу япмалары торбаларҙың хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайтырға булышлыҡ итә, нефть һәм газды транспортировкалағанда юғалтыуҙарҙы кәметеүгә ярҙам итә. Заказсылар иҫәбендә Рәсәйҙең эре компаниялары бар. Бынан тыш “Россильбер” экспортты, шул иҫәптән Ҡаҙағстанға продукцияһын ебәреүҙе хәстәрләй. “Өфө” индустриаль паркы майҙансығында яңы заводты асыу быйыл йәйгә планлаштырыла. Бында йыл һайын 1500 тоннаға тиклем буяуҙар һәм 1200 тонна майлау материалдары етештереләсәк. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бындай проекттарға ярҙам итеү республика сәнәғәтенең яңы йүнәлештәрен үҫтерергә булышлыҡ итеүен билдәләне. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.