Ниндәй генә яҙмышлы кешеләр осрамай был донъяла. Һәр береһенең үҙенең тарихы. Гөлсөм апай тәү ҡарашҡа бик бәхетле ҡатын һымаҡ тойолһа ла, күңел төпкөлөндә бер ҡасан да, бер кемгә лә һөйләмәгән бер сере булып сыҡты. Мин ят кеше булғанғамы, үҙенең яҙмышын ул бер тында һөйләп бирҙе. - Ағайым кәләште йыраҡ бер райондан алды. Ул ваҡытта мин институттың һуңғы курсында уҡып йөрөй инем. Туйға ҡоҙалар яғына барып, шунда еңгәмдең бер туған ҡустыһы Рәмил менән таныштым. Юғары уҡыу йорто тамамлап, Себер яҡтарында матур ғына эшләп йөрөй ине ул. Йөҙгә матур, кәүҙәле, уҡыған был егеткә ғашиҡ булғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Беҙҙең арала ҡайнар һөйөү хистәре ҡабынды. Һуңғы күрешеүебеҙ мин диплом алғас, эшкә урынлашып йыраҡтағы бер районға китер мәлдә булды. Әсәйемдең юбилейына ағайым, еңгәм менән бергәләшеп ҡайтҡайнылар. Күптән күрешмәгәс, бер-беребеҙҙе бик һағынышҡайныҡ. Шуға хистәребеҙҙе лә тыя алмағанбыҙҙыр. Аҙаҡ мин сит районға эшкә юлландым, ул Себергә китте. Мәктәпкә урынлашыу менән баш көллө эшкә