Найти тему
Башҡортостан гәзите

Хәлде контролдә тотабыҙ

15 февралдә “Вся Уфа" телеканалы эфирында “Ҡарҙы таҙартыу” темаһына брифинг үтте. Спикерҙар урам-юл селтәрен ҡышҡы тотоу технологиялары тураһында һөйләне, шулай уҡ ҡала халҡын борсоған ҡарҙы таҙартыу һәм сығарыу буйынса һорауҙарға яуап бирҙе. Ҡарҙы таҙартыу менән бәйле хәл тотороҡлана, тип билдәләне “Вся Уфа” телеканалының тура эфирында Өфө ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Кожевников. — Коммуналь хеҙмәттәр өсөн һәр ҡыш – ул яуаплы һынау, йәшәйеште тәьмин итеү буйынса предприятиеларҙың өҙлөкһөҙ, ике сменалы эше. Ғинуарҙа яуым-төшөм нормаһының 120 проценты яуған, февралдә – норманың 90 проценты. Һис шикһеҙ, был эште ойоштороу буйынса яуаплылыҡ һәм ҡаланың барлыҡ предприятиеларының оператив яуаплылығы, — тип билдәләне вице-мэр. Сергей Кожевников ҡарҙы йыйыу буйынса билдәле бер мәсьәләләр булыуын таныны. Ҡайһы бер урындарҙа коммуналь хеҙмәттәр һуңлап эшләй — был тәү сиратта ихаталарға һәм квартал-ара үткәүелдәргә ҡағыла. – Февралдә беҙ ярайһы уҡ күп “инцидент” алдыҡ. Уларҙың барыһы ла контролгә алына, эшкәртелә. Бөгөнгә эш күләме 84 процентҡа тамам. Хәлде контролдә тотабыҙ, — тип белдерҙе Сергей Кожевников. Тапшырыу менән танышырға теләһәгеҙ: https://vk.com/video-62298989_456243999?t=48s Рәмилә МУСИНА фотоһы.