Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бөгөн төндә ведомствоның һәм Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комитетының янғын һүндереүселәре Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Ашығыс ярҙам” машинаһында сыҡҡан янғынды “ауыҙлыҡлаған”. Янғын һүндереүселәр килгәнгә тиклем өс кеше, шул иҫәптән фельдшер һәм пациент машинанан үҙҙәре сыға алған. Һуңғылары эргәнән үткән транспортта дауаханаға юлланған. Ә “ҡыҙыл әтәс” 15 минут эсендә “ауыҙлыҡланған”. Ярай әле, бер кем дә зыян күрмәгән. Көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы һөҙөмтәһендә, төрлө электр йылытҡыстарҙы күпләп файҙаланыу, уларҙы ҡулланыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәү йәки төҙөкһөҙлөгө сәбәпле, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын осраҡтары теркәлә. Шуға уттан һаҡ булығыҙ, дуҫтар. Фотолар, сығанаҡ: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.