16 февралдә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Башҡортостан вуздары ректорҙары советының ултырышы үтте. Унда төбәктең юғары уҡыу йорттары, республика ведомстволары һәм ойошмалары етәкселәре ҡатнашты. Сара педагогия университетының майҙансыҡтары буйлап экскурсиянан башланды. Ҡунаҡтар “Кванториум” педагогия технопаркын күрҙе, фәнни-тикшеренеү лабораториялары менән танышты. Ултырышта экстремизм һәм терроризмды иҫкәртеү өлкәһендә төбәк вуздарының эше тикшерелде. Дөйөм ятаҡтар араһындағы конкурс, “Студенттар яҙы” төбәк фестивале, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы яҙамында төбәктә студенттар туризмын үҫтереү тураһында һүҙ барҙы, башҡа һорауҙар ҡаралды. Көн тәртибендәге мөһим һорауҙарҙың береһе советтың яңы рәйесен һайлау ине. Был посты биләгән Салауат Сәғитовты Валентин Павлов алмаштырҙы. Валентин Павлов – Рәсәй фәндәр академияһы академигы, медицина фәндәре докторы, профессор, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры. - Был вазифала дүрт йыл эшләү дәүере миңә