Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәштәребеҙ ҡыйыу беҙҙең

Динара Камзина Өфөләге 21-се ҡала дауаханаһының нур диагностикаһы бүлексәһендә эшләй. Ул – бында иң йәш һәләтле табиптарҙың береһе. Хәҙерге ваҡытта белгес Луганск Халыҡ Республикаһы халҡына медицина ярҙамы күрһәтә, Красный Лучтағы поликлиникала табип-рентгенолог булып эшләй. Хеҙмәттәштәре тәүҙә ҡыҙҙың ҡыйыу аҙымына аптыраһа ла, әммә ҡарарын хуплай, сөнки эргәһендә ауыр саҡта таяныр, йыуатыр, ярҙам итер тормош иптәше лә буласаҡ. –Яҡын кешең эргәңдә булыу һәр саҡта ла яҡшы, уңайлыраҡ та, күңеллерәк тә. Ата-әсәләребеҙ яңылыҡты бик ныҡ хәүефләнеп ҡаршы алды, тик беҙ уларҙы бөтәһе лә яҡшы буласағына ышандырҙыҡ, – ти Динара Флюр ҡыҙы. 21-се дауаханала компьютер томографияһы бүлексәһендә эшләһә, Красый Луч поликлиникаһында ул рентгенолог хеҙмәтен башҡара. Ни өсөн тигәндә, бында рентгенология хеҙмәткәрҙәре етешмәй. Терапевтар һәм педиатрҙар йыш ҡына пациенттарын пневмонияны асыҡлау өсөн ебәрһә, хирургтар һәм травматологтарға умыртҡа бағанаһындағы, аяҡ табандарындағы үҙгәрештәрҙе, сколиоз һәм яҫы табанлылыҡ сәбәптәрен асыҡлау өсөн кәрәк. –Был яҡтар бик үҙенсәлекле, бында шул тиклем шахталар күп. Производство туҙаны менән оҙаҡ тын алыу һауыҡтырып булмаҫлыҡ пневмокониоз сиренә килтерә. Ҡайһы бер пациенттарҙа силикоз, антракоз билдәләре бар. Йәш белгес булараҡ, был минең өсөн яңы тәжрибә, яңы күренеш, – ти табип. Динара Камзина әйтеүенсә, урындағы табиптар һәм пациенттар Башҡортостан табиптарын һәр саҡ көтөп ала, был юлы ниндәй белгестәр килеүе менән ҡыҙыҡһыналар. “Килеү менән башҡа дауаханала эшләгән табип-рентгенолог миңә шылтыратып, яңы хеҙмәт көнө башланыуы менән ҡотланы, кәрәкһә, ярҙам итәсәген белдерҙе”, – ти табип. Кискә табан үҙ эшең менән шөғөлләнергә мөмкинлек тыуа. Барыһы ла ғаиләләрҙәге ғәҙәти эш-мәшәҡәттәр кеүек: йыйыштырырға, ашарға әҙерләргә, аҙыҡ-түлек һатып алырға... Ял көндәрендә ҡала менән танышырға ла форсат тыуа. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.