Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яңғыҙ әсәгә ташламалар бармы?

Банк кредитты хуплаһын өсөн ипотека программаһы талаптарына тап килеүеңде раҫларға кәрәк. Банктың заемсыларға талаптары: - ипотеканы рәсмиләштергән ваҡытта 21 йәштән өлкән һәм кредитты ҡаплау мәленә 75 йәштән кесерәк булыу; - Рәсәй гражданлығы; - Рәсәй биләмәһендә даими йәки ваҡытлыса теркәлеү; - Һуңғы эш урынында минималь эш стажы - өс айҙан күберәк булыу. Шулай уҡ заявканы ҡарау һөҙөмтәһенә йоғонто яһаған шарттар ҙа бар: - заемсының кредитты түләрлек килеме; - рәсми эш урыны; - һәйбәт кредит тарихы, - беренсе иғәнә 15 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш. Шулай итеп, яңғыҙ әсә башҡа заемсыларға ҡуйылған шарттарҙа ипотека алырға мөмкин. Яңғыҙ әсәләр өсөн махсус ипотека ташламалары юҡ. Ипотеканы ҡаплау өсөн яңғыҙ әсә әсәлек капиталы менән файҙалана ала. Әгәр 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2023 йылдың 31 декабренә тиклем күп балалы әсәнең өсөнсө йәки артабанғы балаһы тыуһа, ул 450 мең һум күләмендә ипотека түләү өсөн субсидия алырға мөмкин.