“Башҡортостан 24” телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙна сығарылышы Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа арналды.
Етенсе февралдә уға 90 йәш тулыр ине. Республика үҫеше, уның киләсәген тәьмин иткән ил башлығының хәтерен мәңгеләштереү төп бурыс. “Оло Эйек” яҡташтар ойошмаһы рәйестәше Венер Аҙнағолов ошо фекерҙә. “Өфө ваҡыты” программаһында Мортаза Рәхимовҡа бағышланған энциклопедия менән таныштырыу үтте. Был китаптың исем туйы ошо көндәрҙә көтөлә.
Башҡортостандың беренсе Президентына арналған махсус күргәҙмә лә етенсе февралдә эш башлай. Республиканың Милли музейындағы экспозицияла Мортаза рәхимовтың шәхси әйберҙәре ҡуйыласаҡ. Музейҙың бүлек мөдире Асия Закирйәнова әйтеүенсә, тиҙҙән бында Мортаза Рәхимов исемендәге зал асылырға тейеш.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и Telegram-канал Вести Башкортостан, и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».