Найти в Дзене

Йәнтештә - "Һаҡмар моңдары" конкурсы

Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында "Һаҡмар моңдары" тип аталған башҡорт ретро йырҙарын башҡарыусылар конкурсы үткән. Алтынсы йыл рәттән уҙғарылған бәйгелә быйыл да Хәйбулланың төрлө ауыл биләмәләренән бик күп һәүәҫкәр йырсылар ҡатнашҡан. Зал тултырып йыйылған тамашасылар бәйгеселәрҙе алҡыштарға күмеп, улар менән бергә ретро йырҙарҙы ҡушылып йырлаған. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Гран-приға Оло Әбеш ауылынан Руслан Ибраһимов лайыҡ булған. Беренсе урынды Таштуғай ауылынан Тәнзилә Буранбаева алһа, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Фәтхиә Ҡаҙаҡҡолова, Юнир Әлибаев, Риф Сурин, Көнһылыу Ҡыҙрасова һәм Гөлназ Тимербаева яулаған. Йәшлек йылдарына алып ҡайтҡан моң бәйгеһе быйыл ҡырҡтан ашыу ҡатнашыусыны берләштереп, Баймаҡ, Йылайыр районынан килгән йырсыларҙы ла үҙ ҡанаты аҫтына алған. Фото: Хәйбулла районы мәҙәниәт йорто төркөмөнән