Баймаҡ районы Үрге Яйыҡбай ауылындағы башланғыс мәктәптә ни бары һигеҙ уҡыусы белем ала. Беҙ барғанда берәүһе ауырып, дәрескә килмәгән ине. Уҡытыусылары Миңнур Исмәғил ҡыҙы Ильясованың да, уҡыусыларҙың да милли кейемдә булыуҙарын күргәс, фотоға төшөрөп алырға булдым. Баҡтиһәң, белем усағында матур бер йола йәшәй икән. Ҡунаҡтарҙы улар һәр саҡ милли кейемдә ҡаршылай. Әйткәндәй, был көндә ауыл клубында район ағинәйҙәренең матур йыйыны үтте. Үрге Яйыҡбай ауылында Буҙа байрамы үткәрелде, ә ситтән килгән ҡунаҡтарға уҡыусылар буҙа хаҡында бик матур шиғырҙар һөйләне, дәртле йырҙар бүләк итте. Бигерәк тә ете ҡыҙ араһында берҙән-бер малай Ильяс Әлмөхәмәтовтың ихлас йырлауын, үҙен хас тә артистарса иркен тотоуын барыһы ла оҡшатты һәм көслө алҡыштарға күмде. "Буласаҡ артист үҫә!" - тип ҡыуанды барыһы ла. Әлбиттә, уҡыусыларҙың матур сығыштарында Миңнур Исмәғил ҡыҙының роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. Тәжрибәле уҡытыусы оҙаҡ йылдар балаларға белем бирә, мәктәпте һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индерә. Ни тиһәң дә, тап ошондай төпкөл башҡорт ауылдарында талантлы балалар үҫә, халҡыбыҙҙың киләсәге тәрбиәләнә. Автор фотолары һәм видеоһы.