Көндәр йылыта башланы, иттәрегеҙ ирей башланымы, улайһа быҡтырылған (тушенка) ит эшләп алығыҙ. Бының өсөн кәрәк: Бер кг һыйыр ите Бер банкаға: 5 г тоҙ, 1 лавр япрағы, 7 дана бөртөклө борос, 1 һарымһаҡ теше һалына 200—300 г эс майы,300 мл һурпа йәки һыу Әҙерләү: ▪Итте һөйәгенән айырып алырға ла, артыҡ эре итмәйенсә генә турарға. ▪0,5 литрлыҡ йәки 700 мл быяла банкаларҙы һәм тимер ҡапҡастарҙы духовкала йәки һалҡын һыу һалынған кәстрүлгә ҡуйып ҡайнатып, пар өҫтөндә стерилләргә, яҡшылап киптерергә. ▪Эс майын йоҡа ғына итеп телемләп, һуғанды сирек балдаҡлап, кишерҙе оҙонсалап турарға. ▪Һәр банканың төбөнә лавр япрағы, һарымһаҡ, тоҙ һалырға, әҙ генә һурпа ҡойорға һәм эс майы менән аралаштырып тығыҙ итеп итте тултырырға. Ит томаланып бешергә тейеш, шуға банкала буш урын ҡалдырырға. Банкаларҙың өҫтөн ҡапҡастар менән ҡаплап нығытмайынса ғына ябырға. ▪Итте быҡтырыу өсөн ҙур кәстрүл ҡулланыла. Кәстрүлгә һалҡын һыу һалырға һәм шунда банкаларҙы ултыртырға. Тик һыу банкаларҙың өҫтөнә сыҡмаҫлыҡ, улар