Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров дәүләт башлығына Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең донъя кимәлендәге вуз-ара студенттар кампусының тәүге сираты әҙерлеге хаҡында еткерҙе. – Беҙҙә, демографтар бидәләүенә ҡарағанда, йәштәрҙең һаны үҫә барыр, һәм тиҙҙән бөгөнгө 10-12 йәшлек балалар техникумдарға, вуздарға уҡырға килер. Беҙ уларға үҙҙәренең мөмкинлектәрен тормошҡа ашыра алһын, карьера һәм тормош үҫеше, үҙ эшенең ысын оҫтаһы булһын, ныҡлы, дөрөҫ ҡиммәттәргә эйә булһын өсөн сифатлы шарттар булдырыу өҫтөндә бөгөндән эшләргә тейешбеҙ, - тине В.В. Путин сара башында. – Был, һис арттырмайынса, стратегик дөйөм милли кимәл бурысы. Шуға ла ил төбәктәре, бизнес менән берлектә белем биреү инфраструктураһын үҫтереү буйынса ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ. Дәүләт етәксеһе эре компанияларҙың кампустар төҙөүҙә генә ҡатнашып ҡалмай, финанс яғынан да ярҙам күрһәтеүҙәрен билдәләп китте. “Был - илдең кадрҙар интеллектуаль потенциалын үҫтереү буйынса дәүләт менән бизнестың партнерлығына яҡшы миҫал”, - тине ул. Радий Хәбиров үҙ сығышында кампустың беренсе сираты менән таныштырҙы. “Тап ошо кампус нигеҙендә студенттарҙың фәнни-белем алыу мөхите өсөн өлгө булып торорҙай майҙан төҙөргә ынтылдыҡ”, - тине ул. “Хөрмәтле Владимир Владимирович, һеҙҙе Башҡортостанда һәр саҡ көтөп алабыҙ, - тине Радий Хәбиров. - Республикаға ярҙам иткәнегеҙ, йылы мөнәсәбәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һәм, әлбиттә, ҙур ҡәнәғәтлек менән ошо кампусты күрһәтергә теләр инек. Ул һеҙгә оҡшар, тотош Рәсәй Федерацияһында фәнде һәм мәғарифты үҫтереүгә өлөш индерер, тип өмөтләнәбеҙ”. Дәүләт Президенты, Өфө – илдең иң ҙур белем биреү үҙәктәренең береһе, тип билдәләне һәм саҡырыу өсөн рәхмәт әйтеп, Башҡортостанға килергә вәғәҙә бирҙе. Артабан В.В. Путин кампустар селтәрен төҙөү буйынса федераль проектты тормошҡа ашырыу барышы буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда видеобәйләнеш аша Радий Хәбиров та ҡатнашты. Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайты.
Радий Хәбиров Владимир Путинды вуз-ара студенттар кампусы менән таныштырҙы
2 февраля 20242 фев 2024
1 мин