Хәйбулла районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Район хакимиәтендә үткән "Эшҡыуарлыҡ сәғәтен"дә ике инвестиция проекты ҡаралды. Станислав Артамонов Иҫәнгилде ауылында һыу ятҡылығының һәм ер участкаһының бер өлөшөн ҡуртымға алырға һәм балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн ял базаһы булдырырға ниәтләй. Уның биләмәне төҙөкләндереү, кәрәкле объекттар төҙөү һәм был урынды туристар һәм балыҡ тотоусылар өсөн ҡыҙыҡлы итеү планы бар. Уның инициативаһы райондың иҡтисади үҫешенә һәм яңы эш урындары булдырыуға булышлыҡ итәсәк. Башҡортостан Республикаһында 2024 йылда ҡошсолоҡто үҫтереү программаһы эшләй башлаясаҡ. Уның төп маҡсаты - төбәкте үҙебеҙҙә етештерелгән тауыҡ ите һәм йомортҡа менән тулыһынса тәьмин итеү, шулай уҡ был аҙыҡ-т