Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров дәүләт башлығына Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең донъя кимәлендәге вуз-ара студенттар кампусының тәүге сираты әҙерлеге хаҡында еткерҙе. – Беҙҙә, демографтар бидәләүенә ҡарағанда, йәштәрҙең һаны үҫә барыр, һәм тиҙҙән бөгөнгө 10-12 йәшлек балалар техникумдарға, вуздарға уҡырға килер. Беҙ уларға үҙҙәренең мөмкинлектәрен тормошҡа ашыра алһын, карьера һәм тормош үҫеше, үҙ эшенең ысын оҫтаһы булһын, ныҡлы, дөрөҫ ҡиммәттәргә эйә булһын өсөн сифатлы шарттар булдырыу өҫтөндә бөгөндән эшләргә тейешбеҙ, - тине В.В. Путин сара башында. – Был, һис арттырмайынса, стратегик дөйөм милли кимәл бурысы. Шуға ла ил төбәктәре, бизнес менән берлектә белем биреү инфраструктураһын үҫтереү буйынса ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ. Дәүләт етәксеһе эре компанияларҙың кампустар төҙөүҙә генә ҡатнашып ҡалмай, финанс яғынан да ярҙам күрһәтеүҙәрен билдәләп китте. “Был - илдең кадрҙар интеллектуаль потенциалын үҫтереү буйынса дәүләт менән бизнестың партнерлығына яҡшы миҫал”, - т
Радий Хәбиров Владимир Путинды вуз-ара студенттар кампусы менән таныштырҙы
1 февраля 20241 фев 2024
1 мин