Баймаҡ районынан эшҡыуар Илсур Нәбиуллин күп изге эштәр башҡара, “Атайсал” проектында ла әүҙем ҡатнаша. Уның бер нисә әсәйгә “Яҡтыкүл” шифаханаһына юллама бүләк итеүе тураһында яҙып сыҡҡайныҡ инде. Бындай көтөлмәгән ял әсәйҙәрҙә ҙур тәьҫораттар ҡалдырған. Яңыраҡ, машинаһында ултырғанда, уның янына ауылдашы килеп: “Илсур, рәхмәт, яҡшы ял иттем. Килеште батҡаҡ-матҡаҡтары. Оҡшаны, һәйбәт. Батҡаҡ, ваннамы, тәнем һыҙлаһа, шәкәр менән ыуырға шул нәмә менән иттеләр инде. Ҡоро ванналар, физкабинет, ингаляция булды. Рәхмәт, Илсур, бәлә-ҡазаһыҙ ғына йөрө инде”, – тип тағы ла рәхмәттәр әйткән. Был хаҡта үҙе лә социаль селтәрҙәге “Бәйләнештә” төркөмөндә фекере менән уртаҡлашты: “Һуңғы көндәр тығыҙ ығы-зығы менән үтә: эш, туҡтауһыҙ юлда йөрөү, төҙөлөш. Һәм бына, бер нисә минут тынлыҡ тотоп, ултырғысты артҡа төшөрөп, машинала ултырам. Кемдеңдер яҡынлашыуын күрәм. Ҡатын-ҡыҙ. Ауылдашым булғанын шунда уҡ таныманым. Шифаханала ял итеүе хаҡында махсус рәүештә һөйләргә килгән. Һәм бында минең янға килеп етте! Был бит шифаханаға ял итеү бәхетенә эйә булған ҡатын. Уға ҡарайым, ә ул ҡәнәғәт, бәхетле, үҙенең пландары менән уртаҡлаша. Хушлашҡанда рәхмәт әйтте, ә минең күңелемдә, арыған булыуыма ҡарамаҫтан, йылылыҡ таралды. Былтыр мин өс ауылдашымды ялға ебәрергә булдым. Был ҡатын-ҡыҙҙар, ысынлап та, күренмәгән фронт яугирҙәре, беҙҙең ауылдағы бөтә өмәләрҙә ҡатнаша, улар һәр кешегә ярҙамға килергә әҙер. Уларҙың ҡатнашлығынан тыш бер генә сара ла үтмәй. Һуңғы бер нисә йылда “Яҡтыкүл” шифаханаһына 28 күп балалы әсәйҙе ял итергә ебәрҙек. Әсәй тип әйтеүе генә еңел. Ә һәр кемдең иңендә төрлө тарихтар, яҙмыштар, уларҙың ҡайһы берҙәренең улдары махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итә, кемдер мөмкинлектәре сикләнгән бала хаҡында хәстәрлек күрә. Һәм был тормош мәшәҡәттәрендә улар һаулыҡҡа һәм ялға бик һирәк ваҡыт бүлә. Был гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарҙы, ҡыҫҡа ваҡытҡа булһа ла көнкүрештән һәм хәстәрҙәренән айырып, үҙҙәренә ваҡыт бүлә алһын өсөн мөмкинлек биреүемә бик шатмын. Быйылғы Ғаилә йылы ла уңышлы булыр, тип ышанам, киләһе Әсәйҙәр көнөндә тағы ла күберәк ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡыуандырып, республикабыҙ шифаханаларына оҙатырға мөмкинлек булыр, тип өмөт итәм”. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин 2024 йылды Ғаилә йылы тип иғлан итте. Фото: Илсур Нәбиуллиндың “Бәйләнештә” төркөмөнән алынды. Видеояҙма сығанағы: vk.com/nabiullinilsur