“Ярҙам поезы”– махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ветерандарға һәм яугирҙәргә, шулай уҡ хәрби зонала һәләк булғандарҙың ғаилә ағзаларына төрлө яҡлы ярҙам күрһәтеү буйынса ойошторолған республика проекты. Был юлы ул Бишбүләк районына килде, тип яҙа “Светлый путь” гәзите. Райондың Мәҙәниәт йортонда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың ғаилә ағзаларының һорауҙарына төрлө ведомстволар белгестәре яуап бирҙе. Нисек документтарҙы рәсмиләштерергә, социаль гарантияларҙан файҙаланырға, гуманитар ярҙамды нисек ебәрергә... Күпме кеше – шунса һорау. Күсмә консультация - хәҙерге ҡатмарлы осорҙа халыҡ өсөн ваҡытлы ярҙам сараһы. Ул мәсьәләләрҙе тиҙерәк хәл итергә, ваҡытында ярҙам сараһын күрергә булыша, ауырлыҡтарҙан сығыу юлдарын күрһәтә. Неля САБАХОВА фотолары. https://svetput.ru/news/obshchestvo/2024-02-01/poezd-pomoschi-priehal-v-bizhbulyak-3625561