Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ғаилә йылына старт бирелде!

2023 йылдың ноябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин Указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, 2024 йыл Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Бөгөн, 1 февралдә, республикала уға старт бирелде. Ошо айҡанлы Өфөләге Колонналар залында тантаналы сара үткәрелде. Уға төбәк тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ғаиләләр – йәш, күп бала тәрбиәләгән ата-әсәләр, төрлө бәйгеләрҙә еңеү яулаған ғаиләләр һәм башҡалар саҡырылғайны. Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һәм башҡа ведомстволар етәкселәре, вәкилдәре ҡатнашты. Матур сараға килгәндәргә видеобәйләнеш форматында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова мөрәжәғәт итте. Ул был йылдың балалы ғаиләләргә ярҙам итеүҙе тормошҡа ашырыу менән бәйле икәнлеге тураһында белдерҙе. - Балалы ғаиләләрҙең социаль гарантияларын күҙәтеү, уларҙың именлеген тәьмин итеү, йөклө ҡатындарға, ауыр тор

2023 йылдың ноябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин Указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, 2024 йыл Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Бөгөн, 1 февралдә, республикала уға старт бирелде. Ошо айҡанлы Өфөләге Колонналар залында тантаналы сара үткәрелде. Уға төбәк тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ғаиләләр – йәш, күп бала тәрбиәләгән ата-әсәләр, төрлө бәйгеләрҙә еңеү яулаған ғаиләләр һәм башҡалар саҡырылғайны. Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һәм башҡа ведомстволар етәкселәре, вәкилдәре ҡатнашты. Матур сараға килгәндәргә видеобәйләнеш форматында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова мөрәжәғәт итте. Ул был йылдың балалы ғаиләләргә ярҙам итеүҙе тормошҡа ашырыу менән бәйле икәнлеге тураһында белдерҙе. - Балалы ғаиләләрҙең социаль гарантияларын күҙәтеү, уларҙың именлеген тәьмин итеү, йөклө ҡатындарға, ауыр тормош хәленә тарыған ҡатындарға ярҙам итеү – өҫтөнлөклө йүнәлештәр. Һуңғы 20 йылда күп балалы ғаиләләр һаны ике тапҡырҙан ашыуға артты. Бөгөн уларҙа 7,4 миллион бала тәрбиәләнә. Быйыл ҙур стратегик документты әҙерләү мәсьәләһе бар. Ул 2030 йыл аҙағына тиклем Рәсәйҙә ғаилә һәм демография хәлен асыҡлаясаҡ, - тине Татьяна Голикова. Әлеге ваҡытта республикала 59 меңдән ашыу ғаилә йәшәй. Уларҙың һаны буйынса республика – Волга буйы федераль округында беренсе урын, Рәсәйҙә етенсе урын биләй. - 2024 йылдың Ғаилә йылы тип иғлан ителеүе – беҙҙең өсөн мөһим ваҡиға. Тап ғаиләлә шәхес нигеҙҙәре, рухи ҡиммәттәр, туған телгә, тарихҡа, мәҙәниәткә, Ватанға һөйөү һалына. Ғаилә – дәүләт һәм йәмғиәт нигеҙе, ә беҙҙең өсөн ул – төп терәк-таяныс һәм бала саҡтан ҡәҙерле кешеләребеҙ өсөн яратҡан бер түңәрәк. Мөмкинлекте файҙаланып, һәр ғаиләгә һәммәбеҙ өсөн дә миҫал булып торғанығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Еңел булмаған хеҙмәтегеҙ, үҙ-ара ярҙамсыллығығыҙ ҙур хөрмәт уята. Ғаилә йылында көсөбөҙҙө ғаилә институтын, ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыуға йүнәлтәсәкбеҙ. Иң мөһиме – республикала ныҡ һәм бәхетле ғаиләләр күп булһын, - тине Максим Забелин. Муром Изге Троицк монастырынан килтерелгән һәм тоҡандырылған, Бөтә Рәсәй “Һөйөклө туғандар” ғаилә форумы майҙансығында төбәктәргә таратылған “ғаилә усағы”н тапшырыу тантанаһы байрамдың сағыу мәленә әйләнде. - Бөгөнгө матур сарала республикабыҙҙың өлгөлө ғаиләләре ҡатнаша. Ошондай ғаиләләр менән аралашып, классик әйтмешләй, уларҙың берҙәй бәхетле икәнлеген аңлайһың. Һәм уларҙың был бәхете нигеҙендә – бер-береһенә булған мөхәббәт, үҙ-ара ярҙам итешеү. Ғаиләләге өлкәндәрҙең бәләкәстәргә мөнәсәбәте тетрәндерҙе. Һәр ғаиләлә спорт, ижад менән шөғөлләнәләр, туғандарының үҙҙәре өсөн борсолоуын тоялар. Сөнки балалар – инвестициялар өсөн иң дөрөҫ объект. Уларға күберәк ваҡыт, көс һәм ресурс һалырға кәрәк. Был Ғаилә йылы мөмкин тиклем күберәк һөҙөмтә бирһен, “ғаилә”, “ғаиләле”, “ғаиләнеке” һүҙҙәре иң яратҡан һәм көтөп алынған һүҙҙәр булһын, йәшәргә һәм эшләргә көс бирһен, - тип белдерҙе республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Күп бала тәрбиәләнгән ғаиләләрҙә бер-береһен яраталар, һаҡлайҙар, ғаилә ҡиммәттәрен быуындан-быуынға күсерәләр. - 50 йыл бер мәл кеүек кенә үтте. Ҡайғыла ла, шатлыҡта ла бергәбеҙ. Бәхет сере – бер яҡлы булыу, бер-береңде хөрмәт итеү. Ғаиләләргә оҙон ғүмер, тыныслыҡ, бәхетле балалар теләйем, - тип асты төп ғаилә бәхетен Мәһәҙей Рәсүл улы Ярҡынбаев. Ҡатыны Йәнбикә Закир ҡыҙы менән биш бала тәрбиәләгәндәр, Бөтә Рәсәй “Ғаилә йылы-2023” бәйгеһенең “Ғаилә – йолаларҙы һаҡлаусы” номинацияһында еңеп сыҡҡандар. Әйткәндәй, һуңғы иҫәп алыу һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда 472 мең ғаилә йәшәй, уларҙа 900 мең тирәһе бала тәрбиәләнә. Республикабыҙҙағы иң күп балалы район – Бөрйән. Унда һәр өсөнсө ғаилә өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләй. Күп балалылыҡ йолалары Баймаҡ, Хәйбулла һәм Әбйәлил райондарында ла көслө. Фото, сығанаҡ: "Башинформ".