Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бөгөндән ниндәй закондар үҙ көсөнә инде?

Февралдә Рәсәйҙә төрлө закондар үҙ көсөнә инә. Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан буйынса бүлексәһе белгестәре ошо хаҡта аңлатма биргән.Мәҫәлән, әсәлек капиталы, түләүҙәр һәм пособиелар 7,4 процентҡа индексациялана. 1 февралдән банктар клиенттарына вкладтың ябыласағы тураһында бушлай мәғлүмәт бирергә тейеш. Тағы ошо ваҡыттан граждандарҙың банктарға һәм микрофинанс ойошмаларына бурыстарын йыйыуға контролде суд приставтары атҡарасаҡ. Бынан тыш, дәүләт серен һаҡлау өсөн өҫтәмә закон саралары ғәмәлгә инә. Мәҫәлән, хәрби хеҙмәткә йәки хәрби йыйындарға саҡырылған граждандар өсөн дәүләт серенән файҙаланыу процедураһы ябайлаштырыла. 1 февралдән төбәк һәм ирекмән янғын һағы бүлексәләрен ойоштороу, эшмәкәрлеге процедуралары ябайлаштырыла. Хәҙер ваҡытлыса санциялар булараҡ билдәле махсус иҡтисади саралар файҙаланыласаҡ операциялар исемлеге киңәйтелә һәм аныҡлана. Тағы ҡомарлы уйындарға ставкаларҙы ҡабул итеүҙә сиктәр билдәләнә. “Роскомнадзор” реестрына индерелмәгән хостинг (сайттарҙы урынлаштырыу буйынса хеҙмәттәр) тыйылған тип иҫәпләнә. 24 февралдән вазифалы кешеләрҙең лицензия биреү буйынса дәүләт хеҙмәттәрен күрһәткәндә судҡа тиклем ялыу биреү махсус процедураларҙы асыҡланасаҡ. Хәҙер ғариза яҙған кеше “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша 30 көн эсендә үҙ хоҡуҡтарының боҙолоуы тураһында белгәндән һуң 30 көн эсендә ялыуҙы яҙыу хоҡуғына эйә. Ә уны ҡарау ваҡыты 15 көндән артмаясаҡ. Автор фотоһы.