31 ғинуарҙа Өфө нефть университетының Декарбонизация технологиялары үҙәге 2023 йылдың декабрендә төҙөлөп бөткән Өфө вуз-ара кампусының IQ-паркында урынлашҡан Климат һәм углерод эҙен мониторинглау лабораторияһы менән таныштырҙы. Төбәктең климаты һәм экосистемалары - углерод эҙен кәметеүгә, тупраҡ дымлылығын тотоуға һәм парник газдарын һеңдереүгә булышлыҡ итеүсе һөҙөмтәле эшләгән ресурс. Был проблемаларҙы хәл итеү менән Өфө дәүләт нефть техник университетының Декарбонизация технологиялары үҙәгенең Климат һәм углерод эҙен мониторинглау лабораторияһы шөғөлләнә. Эш "Өҫтөнлөк-2030" стратегик академик лидерлыҡ программаһы, шулай уҡ Рәсәй төбәктәрендә карбон полигондарын булдырыу буйынса пилот проекты сиктәрендә алып барыла. Презентацияла лаборатория начальнигы, техник фәндәр кандидаты Руслан Шәғәлиев уның эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре менән таныштырҙы, "Декарбонизация экосистемаһы" геомәғлүмәт системаһы һәм фәнни тикшеренеүҙәрҙең перспективалы йүнәлештәре һәм эшләнмәләрҙе коммерциялаштырыу т
Кампуста Өфө нефть техник университеты лабораторияһы менән таныштырҙылар
1 февраля 20241 фев 2024
1 мин