Бөгөн, 1 февралдә, Өфөлә төрлө уҡыу йортары студенттары ҡатнашлығында #ӨЙҘӘ форумы үтте. Һуңғы йылдарҙа даими уҙғарылып килгән сараның төп маҡсаты – Башҡортостанда тыуып үҫеп, илдең төрлө уҡыу йорттарында белем алған студенттарҙы бергә туплау, уларҙы туған республикабыҙҙа хеҙмәт итеү мөмкинлектәре, йәш белгестәргә булдырылған ярҙам саралары менән таныштырыу. Быйылғы форумда Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Силәбе, Екатеринбург, Ырымбур, Һамар һәм башҡа ҡалаларҙағы юғары уҡыу йорттарында белем алған 300 самаһы йәш кеше ҡатнашты. Йыйын барышында улар республиканың алдынғы предприятиелары һәм кадрҙар хеҙмәте вәкилдәре менән аралашыу мөмкинлегенә эйә булды. - Бөгөн 30-ға яҡын эш биреүсе үҙ күргәҙмәһен булдырҙы. Улар араһында УМПО, “Гидравлика”, “Буринтех” кеүек эре сәнәғәт предприятиелары, ауыл хужалығы, төҙөлөш, транспорт тармаҡтарына ҡараған ойошмалар бар. Республика төбәктәре лә ситтә ҡалманы, мәҫәлән, Туймазы, Благовещен райондарындағы предприятиелар ҙур ихласлыҡ менән ҡатнашырға теләк