Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Киң мәғлүмәт саралары өлкәһе проекттарына – 50 миллион һум

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, Башҡортостан Башлығы гранттары фонды беренсе тапҡыр республиканың коммерцияға һәм хөкүмәткә ҡарамаған ойошмалары араһында 2024 йылда киң мәғлүмәт саралары өлкәһендәге проекттарға ярҙам итеү өсөн грант биреүгә конкурс иғлан итә. Ҡайҙа һәм нисек ҡатнашырға? Ғаризалар ҡабул итеү бөгөн, 1 февралдә фондтың грантыглавы102.рф рәсми сайтында башланды һәм 2024 йылдың 1 мартына 17 сәғәткә тиклем дауам итәсәк. Ғариза конкурстың положениеһына ярашлы электрон рәүештә бирелә Кем ҡатнаша ала? Республикабыҙ өсөн яңы конкурста тик коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнаша ала. Улар ғариза биргән осорҙа кәмендә өс ай юридик шәхес булараҡ теркәлгән булырға тейеш. Потенциаль ҡатнашыусыларға Башҡортостанда теркәлгән киң мәғлүмәт сараһынан һеҙҙең материалдарҙы баҫтырасаҡтар йәки тормошҡа ашырылған проектты таратасаҡтар тигән гарнатиялы хат алырға кәрәк. Ниндәй проект финанслау ала аласаҡ? Был конкурста проект булараҡ социаль әһәмиәтле һөҙөмтәгә йүнәлтелгән бер-береһенә бәйле саралар комплексы, йәғни Рәсәй Федерацияһының “Киң мәғлүмәт саралары тураһында” законындағы 2-се статьяның 6-сы абзацына ярашлы киң мәғлүмәт саралары тарафынан етештерелгән продукция ҡарала. Бында һүҙ ваҡытлы матбуғат баҫмаһының айырым һанының тиражы йәки тиражының бер өлөшө, телеканал, радиоканал, радиопрограмма, телепрограмма, кинохроника программаһының айырым сығарылышы, программаның аудио- йәки видеояҙмаһының тиражы йәки тиражының бер өлөшө, селтәр баҫмаһының айырым сығарылышы йәки яңырыуы, башҡа төрлө киң мәғлүмәт сараларының айырым сығарылыштары күҙ уңында тотола. Проект нимә тураһында булыға тейеш? Башҡортостан Башлығы гранттары фонды Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы менән берлектә конкурстың тематикаһын әҙерләгән. Проект ошоларҙың береһенә арналырға тейеш: Башҡортостан имиджы Уҡыған Башҡортостан Ауыл көсө МХО геройҙары Фокуста – йәшлек Башҡортостан – изге эштәр биләмәһе Медиаманат Юлдарҙа хәүефһеҙлек Дөрөҫлөк, яуаплылыҡ һәм объективлыҡ. Конкурсанттар ниндәй ярҙамға өмөт итә ала? Конкурстың дөйөм бюджеты 50 миллион һум. Гранттың макималь күләме бер проектҡа 5 миллион һум тәшкил итә. Бер ойошма конкурста ҡатнашыу өсөн бер ғариза ебәрә ала. Конкурста ҡатнашыусыларға талаптар, шарттар, гранттар биреү тәртибе тураһында мәғлүәмтте грантыглавы102.рф сайтында “Конкурстар” тигән бүлексәлә табырға була. “Конкурс беренсе тапҡыр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса үткәрелә. Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың проекттарын тормошҡа ашырыу республиканың киң мәғлүмәт сараларында яңы һәм ҡыҙыҡлы контект килеп сығыуға булышлыҡ итер тип ышанабыҙ. Профессиональ йәмәғәтселектән торған эксперт советы булдырылды. НКО-ларҙы ҡушылырға саҡырабыҙ”, – тине Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев.