Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Үрге Яйыҡбайҙа "Буҙаfest" үтте

"Айыҡ ауыл " республика конкурсы сиктәрендә Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында "Буҙаfest" район ағинәйҙәре йыйыны үтте. Сарала Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы Амур Әминев, Баймаҡ районы ағинәйҙәре етәксеһе Гүзәл Монасипова, күрше ауыл һәм Төйәләҫ ҡасабаһы ағинәйҙәре ҡатнашты. Баймаҡ ерлегенең милли аш - һыу ризыҡтарын пропагандалауға, уларҙы таратыуға, сәләмәт һәм айыҡ тормош алып барыуға йүнәлтелгән, үҫеп килгән быуында милли традицияларға ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тәрбиәләү буйынса Ниғәмәт ауыл биләмәһенең Үрге Яйыҡбай ауылы ағинәйҙәре ( рәйесе - Зөлхәбирә Мырҙағәлина ) әүҙем һәм маҡсатҡа ярашлы эш алып бара. Йыйын алдынан Кәримов Сәлих хәҙрәт вәғәз һөйләне. Ниғәмәт ауылы китапханасыһы Гөлбикә Кейекбаева байрамды бик йәнле алып барҙы. Буҙа - халҡыбыҙҙың милли ризыҡтарының береһе. Уны әҙерләү буйынса һәр хужабикәнең үҙ сере. Тап ошо серҙәр менән бүлеште лә инде сарала ҡатнашыусылар. Мәҫәлән, кемдер буҙаға шәкәр, һөт өҫтәһә, икенселәр бер аҙ май һалып та ебәрә. Кемдеңдер буҙаһы әсерәк, йәғни ҡызлаһа, икенселәр сөсөрәк буҙаны үҙ итә. Шулай уҡ ошо ауыл ейәнсәрҙәре Гөлдәр Ишҡыуатова менән Гөлназ Азатова үҙҙәре етештергән ҡорот һәм буҙаны һатыу нөктәләренә сығарып, бөгөн табышлы эшләүҙәре хаҡында, үҙ продукцияларын күрһәтеп таныштырыуҙары бик фәһемле булды. Гөлдәр Ишҡыуатова сарала ҡатнаша алманы, уның "Бай" кооперативының Үрге Яйыҡбай ауылы цехы мөдире Гөлсинә Йәһүҙина үҙҙәре етештергән ҡороттоң төрлө төрҙәре, уның файҙаһы хаҡында бик ентекле һөйләне. Шулай уҡ "Бай" кооперативы етештергән һөт ризыҡтарының бай күргәҙмәһе лә ойошторолған ине. Шулай ҙа байрамға йәм һәм биҙәк өҫтәп башланғыс класс уҡыусыларҙың ихлас күңелдән башҡарған сығыштары булғандыр. Алты ҡыҙ араһында бер үҙе белем алған Ильяс Әлмөхәмәтов торғаны әртис ине! Афарин, балалар! Әйткәндәй, сара тураһында гәзитебеҙҙең алдағы һандарында тулыһынса танышырһығыҙ. Фото һәм видео: Кәримә Усманова.