Фәндә 90-ға етеүселәрҙе генә ысынлап оҙон ғүмерлегә иҫәпләйҙәр икән. Шулай дөрөҫтөр ҙә. Уның кем, ниндәй һөнәр эйәһе икәнлеге лә мөһим түгел, ябай йә билдәле, әүҙем эшмәкәр йә һәүетемсә тормош алып барыусы булыуына ҡарамаҫтан, ер йөҙөндә 90 йыл дауамында ғүмер кисергән кешенең яҙмыш китабы үҙе бер риүәйәткә тиңләнергә хаҡлылыр. Ошо йылдар эсендә ул күпме шатлыҡ-ҡыуаныстар кисергән һәм ҡаршылыҡтарға осраған, ни хәтле күҙ йәштәре түгелгәне беҙгә билдәһеҙ. Шуға ла беҙ оҙон ғүмерле аҡ инәй, сал бабайҙарға һәр ваҡыт тәрән ихтирам менән ҡарайбыҙ. Былтыр 90 йәшен тултырған Байназар ауылы аҡһаҡалы Алтынбаев Ғәйнетдин Ғибәт улының яҙмышы ла ҡаршылыҡһыҙ, тура юлдан ғына тәгәрәп бармағандыр. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға һигеҙ йәш кенә була. 1942 йылда атаһы һуғышҡа китә, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайтыр саҡта юлда вафат булып ҡала. Йәш бала әсәһенә һәр яҡлап та ярҙамлашып үҫә. 1947 йылда егет сафына инеп, “Ағиҙел” колхозында эш башлай. Унда үгеҙ егеп игенен дә ташый, ерен дә һөрөргә тура килә