Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Һыйыр мөгөҙөн һындырыр инем дә көнөм генә ҡыҫҡа..."

Февраль (шаҡай) — йылдың икенсе айы, ҡыштың һуңғыһы - өсөнсөһө. Тоҡос ай, 28 көндән тора, быйыл кәбисә йылында - 29 көн. Ни өсөн февраль ҡыҫҡа һуң? Әле таянып йәшәгән календарь беҙгә Боронғо Римдән килгән. Тәүҙә унда 9 ай иҫәпләнгән, ә йыл марттан башланған. Беҙҙең эраға тиклемге VIII быуатта батшалыҡ иткән Нума календарҙы Ай фазаларына һәм Ҡояш хәрәкәтенә тап килерлек итеп үҙгәртергә ҡарар сығара. Реформалар һөҙөмтәһендә ике өҫтәмә ай – ғинуар һәм февраль барлыҡҡа килә. Юлий Цезарь идара иткән дәүерҙә йоп ай - 30, таҡ ай 31 көн дауам итергә тейеш тигән әмер бирелә. Февраль айына көн һандары етмәй ҡала. Батша вафат булғас, яңы хөкүмәт квинтилис тип йөрөтөлгән айҙы уның хөрмәтенә июль тип үҙгәртергә була. Цезарға тиклем идара иткән император Октавиан Август хөрмәтенә лә айҙың исеме үҙгәртелә. Ике батшаның исемен йөрөткән ай көндәре тигеҙ булырға тейеш тип һанап, февралдән тағы бер көндө “ҡырҡып” июлгә өҫтәйҙәр. Кәбисә йылдары системаһы ла Цезарь ваҡытынан килә. Ерҙең Ҡояш тирәләй әйләнеү ваҡытына тура килһен өсөн, 4 йылға бер көн өҫтәргә ҡарар ителә. Әйткәндәй, 1930 йылда СССР-ҙа революцион совет календары булдырыу мәсьәләһе күтәрелә. Тәҡдим кире ҡағыла. Һынамыштар Февраль — ҡарға, ә апрель һыуға бай. Февралдә ҡайын ботағында ҡар алҡа-алҡа булып аҫылынып торһа, ул йылды иген уңыр. Февралдә һыуыҡ: "Һыйыр мөгөҙөн һындырыр инем дә, көнөм генә ҡыҫҡа", - тип әйтә, имеш. Йылы февраль һыуыҡ яҙ килтерә. Февраль – бүреләрҙең туй айы. Автор фотоһы.