Махсус хәрби операцияға оҙатылған техниканы иҫәпкә ҡуйыуҙа үҙгәрештәр
Махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылған техниканы теркәү өсөн дәүләт пошлинаһын бөтөрөү йәһәтенән Һалым кодексына төҙәтмәләр индереүҙе күҙ уңында тотҡан закон проекты дәүләт Думаһына тапшырылды. Һүҙ яугирҙәрҙә тапшырылған автомобилдәр, бәләкәй суднолар һәм башҡа транспорт саралары хаҡында бара. Әлеге ваҡытта бындай техниканы иҫәпкә ҡуйыу өсөн байтаҡ аҡса кәрәк. Һалым кодексына төҙәтмәләр көсөнә ингәс, ошондай транспортты бушлай иҫәпкә ҡуйырға мөмкин. Был дәүләт номерҙарын, техниканың паспорты, милеккә хоҡуҡ тураһында таныҡлыҡ һәм башҡа бер нисә документтарҙы теркәүгә, биреүгә ҡағыла.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и Telegram-канал Вести Башкортостан, и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».