Республика башлығы етди талаптар ҡуя Учалыла ҡаҙылма байлыҡтар буйынса ведомство-ара комиссияның күсмә ултырышы үтте. Унда республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ултырыштың тап Учалыла үтеүе осраҡлы түгел. Әле республикала алтын табыуға 60-ҡа яҡын лицензия бирелһә шуның 47-һе ошо районға тура килә. Һуңғы арала ғына намыҫһыҙ 13 алтын сығарыусының лицензияһы тартып алынған. Радий Хәбиров ултырыш алдынан бер нисә карьерҙа булып урындағы халыҡ һәм ойошма вәкилдәре менән аралашты. Сәфәр Бәләкәй Ҡаран ятҡылығынан башланды. Яуаплылығы сикләнгән «Ҡаран-Александровка» йәмғиәтендә эшләүселәрҙең 90 проценты эргәләге Поляковка һәм Вознесенка ауылдарынан. Урындағы халыҡ эш шарттары һәм ойошманың мөнәсәбәте менән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе. Социаль объекттарҙы ремонтлау, саралар уҙғарыу һәм ауылды төҙөкләндереүҙә ярҙам тойола.Радий Хәбиров артабан Мансур һәм Абҙаҡ ауылдарынан йыйылған кешеләр менән аралашты. Урындағы хәлдәр менән ҡыҙыҡһынды.Юлға асфальт түшәү ҡиммәтле мәсьәлә, шулай ҙа быйыл уҡ юл