Бөтә ярҙам бер урында Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарыбыҙға республика ирекмәндәренең, эшҡыуарҙарҙың, битараф булмаған халыҡтың ярҙамы ҙур. Фронтҡа, госпиталдәргә кәрәкле әйберҙәр логистика үҙәктәрендә туплана. Иң ҙур үҙәк баш ҡала урынлашҡан. Тынғыһыҙ ирекмәндәр һәм уларҙы борсоған мәсьәләләр тураһында Ләйсән Тимербулатова репортажы.Һалдаттарҙы кем дауалай икән? Бәләкәс кенә ҡыҙының сирләгән ваҡытта Юлиә Хәлиловаға биргән ошо һорауы “Башҡортостандың ышаныслы тылы” хәйриә фондының барлыҡҡа килеү сәбәпсеһе. Фондтың логистика үҙәге бар. Унда аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена өсөн кәрәк-яраҡ, кейемдәр, көнкүреш химияһы, төҙөлөш материалдары һәм эш ҡоралдары, реабилитациялау өсөн техник ҡоролмалар туплана. Фонд ирекмәндәре өсөн үҙәктең мөһимлеген һөйләп тораһы ла түгел. Уларҙың хәрбиҙәргә ярҙамы йылдам һәм ойошҡанлы бара. 2022 йылдың декабренән 14 меңләп окоп шәме, 42 меңдән ашыу порция киптерелгән аш, 5 меңдән ашыу порция бутҡа, 249 кг киптерелгән икмәк, үткән йыл дауамында 3600 ҡоро