Беренсе февралдән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр Дәүләт яғынан социаль ярҙам файҙаланғандар февралдән аҡсаны күберәк ала башлай. Әсәлек капиталы ла 8 процентҡа тиерлек арта. Беренсе февралдән ғәмәлгә ингән ҡағиҙәләр һәм закондар тураһында хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева мәғлүмәт тупланы. Ҡыштың икенсе айы ғәҙәттәгесә индексацияларҙан башлана. Рәсәй Социаль фонды илдә миллионлаған кеше алған 40-тан ашыу төрлө түләүҙәрҙең кимәлен күтәрә. Февраль пособиеларының дүрт тиҫтәнән ашыуы 7,4 процентҡа артып киләсәк. Аҡсалата түләүҙәрҙән тыш фонд социаль хеҙмәттәр йыйылмаһы буйынса компенсация күләмен дә индексациялай. Ошо уҡ көндән әсәлек капиталына ла индексация яһала. Беренсе балаға 630 400, икенсеһенә 833 мең һумлыҡ сертификат тапшырыласаҡ. Иң юғары кимәл әсәлек капиталы аҡсаһын әлегәсә ҡулланмаған ғаиләләргә тура килә. Тәүге тыуған балаға бирелгән сертификат ҡулланылмаған осраҡта сумма 43 мең 400, икенсеһенә алынған һәм бөтөн ҡалғаны 57 мең 400 һумға күбәйә. Әсәлек капиталының тотонолмай ҡалған өлөшө