Үҙенсәлекле кешеләр бейеклектәр яулай Тыумыштан һуҡыр егет Артем Бондаренко өсөн ҡаяға үрмәләү ғүмерлеккә һайланған һөнәр. Үҫмер һайлаған адаптив спорт төрөнөң үҙенсәлектәре һәм спортсының уңыштары хаҡында Сәлимә Исламова әҙерләгән сюжетта.«Миндә ҡурҡыу тойғоһо юҡ. Ерҙән ни тиклем бейеклектә йөрөгәнемде мин бит күрмәйем.» Тыумыштан күреү һәләтенән мәхрүм Артем Бондаренко өсөн был спортта сиктәр юҡ. Уның уңыш-ҡаҙаныштарына күҙҙәре камил һәр спортсы көнләшерлек. Ябай кеше ҡурҡып туҡтап ҡалған ерҙә, Артем тыныс ҡына юғарыға ынтыла.Егеткә әле 19 йәш. Ярты ғүмере буйы ҡаяға үрмәләү менән мауыға. Быйыл юғары уҡыу йортона уҡырға ингән. Киләсәктә үҙен программист итеп күрә. Ә күнекмәләр яҡшы физик формала булырға ярҙам итә. Йәш спортсының тренеры республикала билдәле параскалолаз Тимур Абдрәшитов. Ул ҡаяға үрмәләү буйынса тәүге секциялар ойоштороусы. Ә Артем уның профессиональ кимәлгә күтәрелгән тәүге тәрбиәләнеүсеһе. Һөнәри юҫыҡта ҡаяға үрмәләү менән малай башланғыс кластарҙа уҡығанда шөғөллә