Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тәүге әмәлиәт уңышлы үтте

Благовар районының Языков дауаханаһында тәүге тапҡыр лапароскопия үткәрелде. Аҙ тишемле операция “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы медицина учреждениеһына алынған эндовидеохирургия ысулы ярҙамында башҡарылды. Ғәҙәттәге операция лапароскопиянан ҡайһы яғы менән айырыла? Яңы технологиялы операция барышында манипуляциялар ҡырҡым аша түгел, ә бәләкәй генә тишемдәр аша башҡарыла. Шул арҡала кешенең тәнендә йөйҙәр ҡалмай, организм тиҙ тергеҙелә, әмәлиәт өҙлөгөүҙәрһеҙ үтә. Был ысулды эске ағзаларҙағы операцияларҙа ғына түгел, шулай уҡ диагностикала ла файҙаланалар.Тәүге пациент йәш кенә ҡыҙ булды. Ул эс ауыртыуына зарланып дауаханаға эләгә. Аппендицитҡа шик тыуа. Лапароскопия осраҡтарҙың 95 процентында киҫкен аппендицит диагнозын асыҡлай. Был саҡта ла диагнозды раҫлау өсөн лапароскопик аппендэктомия үткәрелә. –Бындай әмәлиәттән һуң тәндә бер ниндәй эҙ ҙә ҡалмай тиерлек, ә һауығыу тиҙерәк бара. Был процедура заманса һәм пациент өсөн бик уңайлы иҫәпләнә, – тип билдәләне дауахананың баш табибы Алмас Заһиҙуллин. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.