Салауат районының Торналы ауылы китапханаһына йөрөгән иң бәләкәй ҡулланыусылар өсөн китапханасы Гөлназ Киржакова график планшет ярҙамында “Беҙ әкиәт төшөрәбеҙ” тип аталған оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. График планшет ярҙамында һүрәт төшөрөргә, ҡатмарлы схемалар, һыҙмалар, иллюстрациялар эшләргә һәм экран мониторына сығарырға була. Уны китапханаға “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында һатып алынғандар. Балаларға оҫталыҡ дәрестәренә килеү һәм заманса гаджеттарҙа эшләргә өйрәнеүе оҡшай. Сара балаларҙың яратҡан әкиәттәре һәм геройҙары тураһында һөйләүҙән башланды. Һуңынан бәләкәй ҡунаҡтар яратҡан әкиәттәренә иллюстрацияларҙы ҡағыҙға түгел, ә график планшет ярҙамында компьютер экранына төшөрөп ҡараны. Балаларға был шөғөл бик оҡшаны. Ижадтарының һөҙөмтәһе булып сағыу һүрәттәр килеп сыҡты. “Һанлы һүрәт төшөрөү менән шөғөлләнеү тәүҙә ҡатмарлы. Шуға күрә оҫталыҡ дәрестәрен беҙ ябай геометрик фигуралар төшөрөүҙән башлайбыҙ. Төрлө күнекмәләр эшләп, тиҙ арала өйрәнергә һәм үҙеңдең һанлы стилеңде булдырырға